Бөгөн төндә Өфөлә ҡиммәтле Лексус машинаһы янды
Сәғәт төнгө өстәр тирәһендә хужабикә автомобилде ут ялмап алғанын күреп ҡала һәм шул арала уҡ ҡотҡарыусыларға шылтырата. Ҡыҙғаныс, машина тулыһынса янып бөткән. Белгестәр әле ут сығыу сәбәптәрен тикшерә.