Зәйнәб Биишеваға арналған китаптың исем туйы үтте
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы донъя күргән “Зәйнәб Биишева. Мәҡәләләр, ижади портреттар, арнауҙар, иҫтәлектәр” тип аталған китабтың исем туйы үтте. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән сараға әҙибәбеҙҙең ҡәләмдәштәре, фекерҙәштәре, студенттар килде. Яңы сыҡҡан китап ике бүлектән тора. Беренсе бүлектә Зәйнәб Биишеваның мәҡәләләре, ижади портреттары, иҫтәлектәре тупланһа, икенсе бүлектә халыҡ яҙыусыһы хаҡында яҙған ҡәләмдәштәре һәм яҡындарының ижади емештәре баҫылған. Китапҡа шулай уҡ Зәйнәб Биишеваның улдарының бала сағында яҙған хаттары һәм шәжәрәләре, иҫтәлектәре индерелгән.