“Урал батыр” эпосының рус телендәге тәржемәһе донъя күрәсәк
Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан халҡыбыҙҙың төп эпик әҫәре рус телле уҡыусылар өсөн тәҡдим ителәсәк. Баҫма Башҡортостан милли китапханаһы әҙерләгән проектҡа ингән. Республика башлығы грантына лайыҡ булған проект 4 альбомдан тора. Улар Башҡортостанда театр сәнғәте үҫешенә, Башҡорт халыҡ бейеүҙәренә һәм этностиль, милли образға арнала. Һәр баҫма 1-шәр мең тираж менән баҫылырға тейеш.