Рафаэль Сәлихов иҫтәлегенә
![Рафаэль Сәлихов иҫтәлегенә](https://gtrk.tv/sites/default/files/news/267959/preview-89383658.jpg)
Рафаэль Сәлихов иҫтәлегенә
Ул башҡарған йырҙар, ул уйнаған ролдәр – халыҡ хәтерендә ҡабатланмаҫ рухи мираҫ булып һаҡлана. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов халыҡ хәтерендә яҡты эҙ ҡалдырған үҙенсәлекле шәхес. Уның 90 йылылғына “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы документаль фильм төшөрҙө. Уны һеҙ 11 майҙа “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында ҡарай алаһығыҙ. Программа һуңында фильмдың авторы, билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова менән әңгәмә лә көтә. 11 май иртәнге сәғәт туғыҙҙа “Рәсәй-Башҡортостан” һәм “Башҡортостан 24” каналдарын ҡарарға онотмағыҙ, дуҫтар!